Accessibility links

Кайнар хәбәр

Грипол донъя талаптарына яуап бирә


Грипҡа ҡаршы вакцинация Башҡортостанда кире эҙемтәһеҙ үткән. Гриппол препараты сифатына зарланып мөрәжәғәт итеү осраҡтары теркәлмәгән. Был хаҡта Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынынан хәбәр итәләр. Йыл һайын гриппол препараты сифаты хаҡында бәхәстәр ҡуба. Гриппол препараты сифатын шик аҫтына ҡуйыу осраҡтары Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә килеп сыға. Аллергия, ҡаты сирләү, башҡа төрлө көйһөҙлөктәрҙе күптәр гриппол препаратынан күрә. Әммә ширҡәт етәкселеге барлыҡ белдереүҙәрҙе кире ҡаға һәм уға 100 процентлыҡ гарантия бирә. Гриппол тураһында кире мәғлүмәт таратыу конкуренттар эше булыуы ихтимал. Иммунопрепарат ширҡәте етәкселеге был осраҡты ла кире ҡаҡмай. Ойошмала вакцина етештереү күләмдәре йылдан-йыл арта. Был конкуренттарҙы борсолорға, ҡара технологиялар ҡулланырға мәжбүр итеүе лә ихтимал. Шуныһы ла мөһим, грипполға шик тыуҙырған төбәктәрҙең береһенән дә рәсми белдереү килмәгән.
XS
SM
MD
LG