Accessibility links

Кайнар хәбәр

Европа башҡорттары ҡоролтайға йыйыла


Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек тамамланды тиерлек. Республиканың барлыҡ райондарында ҡоролтайҙар үткәрелеп, делегаттар һайланды.

Өфөлә үтәсәк форумға республиканан 556 делегат һайланған, тағы ла 200-ҙән ашыу кешенең Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡатнашыуы көтөлә. Бер-нисә көндән Европа союзы һәм сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡоролтайы уҙасаҡ. Ул Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе эштәре буйынса федераль агентлыҡ, халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек һәм сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ тырышлығы менән ойошторола.

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев әйтеүенсә, Европа башҡорттары ҡоролтайы тәүге тапҡыр йыйыла. Уның маҡсаты-һибелеп йәшәгән башҡорттарҙы бергә туплау. Форумда Латвия, Эстония, Америка, Англия, Япония, Израиль, Италия һәм башҡа бик күп илдәрҙән делегаттар ҡатнашасаҡ.

Был сара сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорттар өсөн бик мөһим, сөнки улар бындай осрашыуға тәүге тапҡыр йыйыла. Берлинда үтәсәк йыйынды Латвиянан Римма Талағаева һәм Ришат Ҡаҙаҡбаевтар ҙа ашҡынып көтә.

Европа башҡорттарын борсоған мәсьәләләр тап ошо йыйында хәл ителер, тип ышана улар. Милли ойошмалар халыҡты туплаусы төп көс кенә түгел. Улар сит тарафтарҙы донъя мәҙәниәттәре төрлөлөгө, үҙ халҡына хас үҙенсәлектәр менән таныштырыусы, шулай уҡ халыҡтар дуҫлығын нығытыусы, алыҫ араларҙы яҡынайтыусы ла.
XS
SM
MD
LG