Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 11:31

М.Рәхимов: яңы хөкүмәт илдең 15-20 йылдағы үҫешенә этәргес бирәсәк


Республика халҡы Путиндың премьер булыуына шатланһа ла, Башҡортостандың элекке прокуроры Александр Коноваловтың юғары үрләүенә бер ҙә аптырамай. Тик республика етәксеһе генә был тәғәйенләүгә шатмын тип белдерҙе.

Бына шулай республика етәкселеге яғынан Медведевтың һуңғы аҙымдарына ҡарата реакция үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Мортаза Рәхимов яңы хөкүмәт профессионалдар командаһы тине. Уның фекеренсә, хөкүмәттә яңы исемдәр барлыҡҡа килеүе хуплауға лайыҡ. Республика президенты шулай уҡ көслө президент, көслө Хөкүмәт һәм көслө төбәктәр бергә илдең киләһе 15-20 йылдағы үҫешенә этәргес бирер, тигән ышаныс белдергән.

Республика етәкселәре был көндәрҙә дөнъяви эштәр менән мәшғүль. Улар сәсеү эштәре барышы менән таныша. Хөкүмәт рәйесе Раил Сарбаев был вазифаға керешкәс тә, янғындарҙы шәхси күҙәтеүгә алғайны. Хәҙер бына статистика ла артып китте. Республикала янғында һәләк булған балалар һаны арта. Федоровкалағы Гончаровка ауылындағы фажиғәлә дүрт йәшлек сабыйҙың ғүмере өҙөлдө. Нефтекама янындағы Ташҡын ауылындағы иһә утта бер юлы өс кеше мәрхүм булды. Рәсәй Ғәҙәттән Тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы иадарылығын янғынға ҡаршы көрәш бүлеге белгесе Рәйес Әхмәтов ямғырһыҙ ҡоро көндәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы.

XS
SM
MD
LG