Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 11:48

Янғында дүр кеше үлде


Башҡаланың “Уңыш” баҡсасылар ойошмаһында сыҡҡан янғында 4 кешенең ғүмере өҙөлдө.

Янғын 7 сентябрь иртәнге 4-тәрҙә башлана. Баҡса йортонда 4 кеше һәләк була, уның береһе 2 йәшлек ҡыҙ. Янғын таңға табан сыға. Ҙур ялҡын тиҙ арала баҡса йортон тотошлай ялмапта ала. Янғын һүндереүселәр ҙә тиҙ арала килеп етә. Әммә баҡса участогына юл булмауы эште күпкә ҡатмарлаштыра. Янғын машиналары күрше урамдан шлангалар һуҙғансы ваҡыт үтә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләрҙе ҡотҡарып өлгөрә алмайҙар, улар төтөндә тонсоҡҡан була. Был эште тәфтишсе Константин Слабовҡа тикшерергә ҡушылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын йылытыу ҡоролмаһынан сыға. Быға ҡыҫҡа ялғаныш сәбәпсе, ти тәфтишселәр. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, һатып алынған баҡса йортонда үткәрелгән электр сымдарының иҫке булыуы ла асыҡланған. Йорт тыштан түгел эстән яна башлаған.

XS
SM
MD
LG