Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан федератив килешеүҙең сираттағы йыллығын билдәләне


Рәсәй менән Федератив килешеү һәм уға ҡушымтаға ҡул ҡуйыу датаһына 18 йыл тулды. Документ 1992 йылдың 31 мартында Мәскәүҙә имзаланғайны.

Сәйәсмәндәр фекеренсә, дәүләт властары араһында идара итеү даирәһен һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы килешеү республиканың артабанғы сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур роль уйнаған.

Тап 1992 йылдағы ҡушымтанан һуң Башҡортостанда президент Мортаза Рәхимовтың ошо аҙымына ҡаршы сәйәси көстәр күп һанлы митингылар башланы.

Уның башында башҡорт йәштәре иттифағы торҙо. Улар ҡулы аҫтында студенттар Салауат Юлаев майҙанында тирмәләр ҡороп аслыҡ тотоп ятты. Һуңынан бер талап та үтәлмәне, аслыҡ геүләп, тауыш менән башланды ла ике аҙнана шым ғына тамамланды.
XS
SM
MD
LG