Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мишкә районында вандаллыҡ осрағы тикшерелә


Мишкә районында вандалдар халыҡ ҡомартҡыларын юҡҡа сығарған. Мишкә ауылынан сыҡҡан урында фин-уғыр халыҡтары ғөрөф-ғәҙәтәренә нигеҙләнеп ағастан эшләнгән һындар тора ине. Кемгәлер ошо һындар ҡамасаулаған. Уны төндә үртәп киткәндәр.

Мишкә районы эске эштәр бүлеге етәксеһе Владислав Хәйҙәршин әлегә был хәлдең вандаллыҡмы, йәки яңылыштан ут сығып яныумы икәнен тикшереүҙәрен белдерҙе. Аңлы рәүештә үртәү икәнлеге асыҡланған осраҡта, халыҡ тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдырған һынды юҡ итеүсене етди яза көтә. Тик башта уны табырға кәрәк буласаҡ. Мишкә полицияһы әлегә был кешене эҙләү менән мәшғүл.
XS
SM
MD
LG