Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 13:32

Республика ҡаҙнаһына үҙгәрештәр индерелде


Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай 2007-се йылдағы һуңғы ултырышын үткәрҙе. Был ултырыш та Бер ниндәй ҙә көтөлмәгән яңылыҡ килтермәне. Сөнки уға тиклем Хөкүмәт рәйесе Рафаэль Байдәүләтов вазифаһынан китә тигән хәбәрҙәр йышайғайны. Әммә ултырыш ҡәҙимгесә үтте. Депутаттар республика ҡанундарын Рәсәй ҡанундарына яраҡлаштырыу менән шөғөлләнде. Финанстар министры Айрат Ғәсҡәров кенә 2007-се йылғы ҡаҙнаға аныҡлыҡтар индерҙе.

Бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары итеп һайланған Башҡортостан вәкилдәре парламенттың төрлө комитеттарында эшләйәсәк. Әлегә кемдең ҡайһы комитетта эшләйәсәге хаҡында аныҡ ҡына билдәле түгел. Был турала депутат Сәлиә Мырҙабаева белдерҙе. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы әйтеүенсә, әле Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙы страховкалау өлкәһендә ҡануниәт базаһы нығынмаған. Ул ошо йүнәлештә эш алып барырға ниәтләй.

XS
SM
MD
LG