Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республика ташҡынға әҙерләнә башланы


Республиканың яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссияһы тәүге ултырышын үткәрҙе. Белгестәр күҙаллауынса, быйыл йылғаларҙа һыу кимәле уртаса күрһәткестәрҙән артып китер, тип көтөлә. Республикала әле ташҡынға етди әҙерлек бара. Февраль, март башында республика биләмәләрендә яуым-төшөм күп булды. Әммә әлегә тик Ағиҙел йылғаһында ғына ҡар күләме норманан тыш, тип баһалана. Нөгөштә иһә, киреһенсә, ҡар күләме норманан 15 процентҡа аҙыраҡ.

Шулай ҙа метеорологтарҙың ташҡынға ҡарата күҙаллауҙары тап килмәҫкә лә мөмкин. Һауа температураһы кинәт йылытҡан осраҡта, яҙғы һыу көтөлгәндән дә көслөрәк көтөлә. Энергетиктар яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәрен башланы ла инде. Әле Павловка һыуһаҡлағысында капиталь төҙөкләндереү тамамланып килә. Киләһе ике йыл эсендә Павловка ГЭС-ы тәүлегенә 200-мегаватт энергия эшләп сығарыу күләменә сығырға тейеш. Шуға ла әле генераторҙар ҙа төҙөкләндерелә. Яҙғы ташҡын алдынан уларҙың төҙөклөгө лә тикшерелә. Тиҙҙән агрегаттар автоматлаштырылған системаға көйләнәсәк. Павловкала әле "Овацио" компьютер программаһы ҡуйыла. Уҙған йылдан бирле 4-се гидротехник ҡоролма ошо система буйынса эшләй. Тағы ла ике йылдан Павловка һыуһаҡлағысы тулыһынса компьютерҙан идара ителәсәк.
XS
SM
MD
LG