Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мәләүездә ҡабан атҡан 7эшҡыуарға төрмә янай.


Мәләүез районы биләмәләрендә ҡабан сусҡаларын атыуға бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был турала Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр. Уға ярашлы енәйәт ҡылыусыларҙың ярты йылға тиклем иректәренән мәхрүм итеүе ихтимал.
Хәбәр итеүебеҙсә, Мәләүез районы Александровка ауылы эргәһендә браконьерҙар ҡыр сусҡаларын ата. Хоҡуҡ һаҡлаусылар түшкәләрҙе Нөгөш ҡасабаһындағы ҡунаҡханала таба. Күрелгән зыян 73 мең һумдан ашыуыраҡ тип билдәләнгән. Һунар миҙгеле 2007-се йылдың 31-се декабрендә үк ябылыуға ҡарамаҫтан, Салауат ҡалаһынан 7 эшҡыуар ошолай тип күңел асҡан булған.
Республика биләмәләрендә ҡанунһыҙ һунар осраҡтарын киҫәтеү маҡсатында Ҡалҡан һәм Браконьер операциялары бара. Йыл башынан ҡанунһыҙ һунарға бәйле 6 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
XS
SM
MD
LG