Accessibility links

Кайнар хәбәр

Салауат Юлаевҡа хоккей чемпионы булыу бәхете тейерме.


Өфө клубы тиҫтә ярым йыл самаһы үткәс миҙалдар өсөн көрәш алып бара. Хоккей миллионсылары башҡорт нефте тәмен татырмы.

Өфө йәнатыусылары Салауат Юлаев хоккей командаһын бөгөндән еңеүсе итеп күрә башлаған. Өфө клубы сирек финалда Череповецк ҡалаһының Северстален отҡандан һуң ярым финалға сыҡты. Полей-офф тәртиптәре буйынса Салауат Юлаев хәҙер ярым финалда йәки Аҡ барс йәки Динамо менән осрашырға тейеш. Тик әлегә Мәскәүҙең Динамоһы Металлургты от алмай.
Улар сыҡмаған хәлдә Өфөлә ярым финалда төп ике дәғүәсе Салауат Юлаев менән Аҡ барс осрашасаҡ. Шулай ҙа көйәрмәндәр Ҡазан хоккейсылары менән осрашыуҙың һуңғараҡ- финалға ҡалыуын теләй. Ни тиһәң дә суперлигалағы иң көслө составтар Өфөлә һәм Ҡазанда икәнен барыһы ла таный. Нефтле был ике республика һәр йәһәттән дә бер-береһен уҙырға тырыша. Был хәҙер спортҡа ла барып етте. Ҡазан Татнефть-һарайы төҙөгәс, 450 йыллыҡҡа һылтанып Өфө лә 8 меңлек арена һалып ҡуйҙы. Тик бына уға кереп-сығып йөрөүе уңайһыҙыраҡ. Уйын ҡарарға барыусылар матч бөткәнгә тиклем тәмәке быҫҡыта алмай- бының өсөн урамға сығырға кәрәк- кире кергәндә йәнә билет күрһәтеү, тентеү үтеү мотлаҡ.
Ил беренселегенә килгәндә иһә миҙгел алдынан Салауат Юлаев суперлиганан ғына түгел, океан аръяғынан да көслө уйынсылар йыйып алғайны. Ошо состав менән алтын миҙал яулау бурысынан әлегә бер кем дә баш тартмаған. Башҡортостан нефте теләһә ҡайҙан йыйылған хоккейсылар түшенә алтын миҙал булып яғылырмы- юҡмы- быны белергә күп ҡалманы.
XS
SM
MD
LG