Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан милицияһы Миҙгел операцияһы уҙғарҙы


Уны махсус рәүештә иртәгә асыласаҡ һунар миҙгеле алдынан уҙғарғандар. Бер аҙна эсендә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡанунһыҙ сауҙанан 89 берәмек ҡорал, мең ярымлап патрон һәм бер граната тартып алған. Милиционерҙар ҡоралды ҡанунһыҙ һаҡлауҙан тыш, дөрөҫ һаҡламаған өсөн дә яуаплылыҡ булыуын белдерә. Мәҫәлән аусы мылтығын ҡарауһыҙ ҡалдырһа яуап бирергә тейеш.
Әгәр кешеләр ҡоралдарын үҙ теләктәре менән милицияға тарпшырһа, яуаплылыҡтан ҡотола ала. Йыл башынан 477 кеше кеше ҡоралдарын үҙ иректәре менән тапшырған. Башҡортостанда аусыларҙа йәмғеһе 71 мең 600 ҡорал рәсми теркәлгән.
Миҙгел операцияһы барышында йәйге баҡсалар, айырыуса сит ил ватандаштарын эшкә алған эшҡыуарҙар ширҡәттәре ентекле тикшерелгән. Баҡсаларҙа 34 енәйәт асыҡланған, республика биләмәләрендә ҡанунһыҙ йәшәп һәм эшләп йөрөгән кешеләр тотолған. Уларҙың 36-һы илдән ҡыуылған.
XS
SM
MD
LG