Accessibility links

Кайнар хәбәр

Иң яҡшы участка инспекторына - машина


Республика етәкселеге участка милиционерҙарына даими ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләй. Сөнки улар биләмәләрҙәге тәртипте һәм ватандаштарҙың именлеген тәэмин итә. Премьер-министр Раил Сарбаев Салауат ҡалаһында Республика участка милиционерҙары араһында уҙғарылған конкурс еңеүселәрен бүләкләгәндә ошолай тип белдерҙе. Башҡортостанда участка инспекторҙары араһында йыл һайын маһирлыҡ бәйгеһе үтә.

Беренсе урын алған Өфө районынан Ранис Моратовҡа Нива машинаһы, Ауырғазы эске эштәр идаралығы хеҙмәткәре Ришат Абсатаров, 7-се модель, өсөнсө булған Өфө ҡалаһының Октябрь районынан Ильвир Ғәйнуллинға 5-се модель ВАЗ бирҙеләр. Бәйге еңеүселәре машиналар эске эштәр идаралығының матди хәлен яҡшырта тип яуапланы.
XS
SM
MD
LG