Accessibility links

Кайнар хәбәр

Төнъяҡ Кавказда хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам күрһәтеләсәк


Тәүге мобил төркөм Төнъяҡ Кавказ хәрби округына киләһе аҙнала барасаҡ. Тәүге Мобил төркөм Моздоктағы уҡсылар полкында һәм Буйнакскийҙағы уҡсылар бригадаһында буласаҡ.

Хәрби комиссариат, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты белгестәре, артистар һәм журналистарҙан торған төркөм яҡташ һалдаттарға күстәнәстәр, китап- газеталар, Башҡортостан тураһында видеояҙмалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып барасаҡ.

Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалтдинов әйтеүенсә, Грузия- Осетия бәрелешендә һәләк булған яҡташ һалдаттар ғаиләләлренә лә ярҙам күрһәтеләсәк. Дмитрий Берденконың әсәһенә, Артем Полушкиндың атаһына, Венер Шәһимәрҙәновтың ҡатынына 250-шәр мең, һәм әсәһенә 100 мең һум түләнәсәк.

Уларҙан тыш һуғышта йәрхәтләнгән Денис Стародубцев һәм Артем стодаға 100-әр, Айрат Уразбәхтин, Артур Хөсниәров һәм Рөстәм Лотфуллинға 50 шәр мең тапшырыласаҡ.

Көньяҡ Осетия һәм Абхазия бойондороҡһоҙлоғон таныуға саҡырып Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе тәлғәт Тажетдин да белдереү яһаны. Ул барлыҡ мосолман ойошмаларын гуманиатр көрсөктә ҡаза күргән Осетиндарҙа ярҙам итергә өндәне.

Бөгөн Өфөнөң Ләлә мәсетендә мосолман руханиҙары йыйыны үтте. Унда тап ошо эштәрҙе ғәмәлгә ашырыу ҡаралды.

XS
SM
MD
LG