Accessibility links

Финанс көрсөк Башҡортостанға ла килеп етте


Бөгөнөдән Стәрлетамаҡта ҮЗБАШ авто ширҡәте эш аҙнаһын ҡыҫҡартты.

Хәҙер унда эшләүселәр аҙнаға 3 тапҡыр ғына эшкә йөрөйәсәк. Йәғни ширҡәттәге 800 хеҙмәткәр теүәл ике тапҡыр кәмерәк эш хаҡы аласаҡ.
ҮЗБАШ авто ширҡәте Үз-Деуавто-Өфө йәмғиәтенең урындағы филиалы иҫәпләнә. Бында ДЭУ машиналарны һатыуҙан тыш запас частәр табыу, гарантия буйынса хеҙмәтләндереү эштәрен башҡаралар.

Ғөмҙмән финанс көрсөк арҡаһында башҡортостанда ҡеүәтле иҫәпләнгән 130-лап ширҡәттең көрсөккә килеп терәлеүе ихтимал. Әленән үк Нефаз, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һәм башҡаларҙа ошо хәл күҙәтелә башлаған.

Финанс көрсөк алҡәһел баҙары өсөн ҡурҡыныс түгел. Нерал компанияһы Өфөлә шампан шарабы етештереүҙе яйға һалырға ниәтләй. Италияның Боско фирмаһы менән килешеү ҙә төҙөлгән. Уға ярашлы Өфөнөң Трамвай урамында шарап ширҡәте төҙөлә. Төҙөлөш 360 миллион һумға барып баҫасаҡ. Италия һәм Башҡортосчтан эшҡыуарҙары аҡсаны уртаҡлап тотонасаҡ. Белгестәр иҫәпләүенсә, 7 йылда сығымдар үҙ-үҙен ҡапларға тейеш. Шарап заводын һалыуҙы быйыл башлап киләһе йыл тамамларға йыйыналар.

XS
SM
MD
LG