Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфө Европа биатлон беренселегенә әҙерләнә


Ярыштар Биатлон комплексында был аҙнала башлана.

Бөгөн кис Рус драма театры алдындағы майҙанда ул тантаналы асыла, тәүге старт 28 февраль була ҡатын-ҡыҙҙар спринтта уҙыша.

Ярышта ҡатнашыусылар Өфөгә йыйыла башланы. Кисә Мәскәүҙән, төндә Германиянан, Мюнхен ҡалаһынан самолет килде.
Ярышты ҡарарға Халыҡ-ара биатлонсылар берлеге президенты Андрес Бесеберг, Рәсәй биатлонсылар ойошмаһы башлығы Михаил Прохоров, билдәле спортсылар килә.

Өфөләге ярыштарҙа 26 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша. Башҡортостандан Максим Чудов йәше үтеү сәбәпле унда ҡатнаша алмай. Ғөмүмән, Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан бер биатлонсы ла юҡ.
XS
SM
MD
LG