Accessibility links

Кайнар хәбәр

Таһир Кусимов һәйкәленә нигеҙ һалынды


Советтар союзы геройы Таһир Кусимовтың исемен мәңгеләштереү йүнәлешендә сираттағы аҙым.

Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында батырҙың һәйкәленә нигеҙ һалынды. Генерал Таһир Кусимовҡа бюст ҡуйыу тураһындағы ҡарар уның тыуыуына 100 йыл тулғанда ҡабул ителгәйне. Һәйкәл бер йыл эсендә төҙөлөп бөтәсәк.

Таһир Күсимов һынын эшләү скульптор Андрей Дворникҡа йөкмәтелгән. Скульптураны төҙөү өсөн 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейында тупланған документтар, фотоһүрәттәр ҙә ҡулланыла.

Бынан тыш Өфө ҡала шураһы ҡарары менән Дим районында яңы урамдарҙың береһенә Таһир Кусимов исеме бирелә.
XS
SM
MD
LG