Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда уҡытыусылар быйыл ике йыйын уҙғарасак


Ғәҙәти республика конференцияһы йылдағыса августа үтәсәк. Ә бөгөн Өфөлә Башҡортостан уҡытыусыларының 10сы съезы эш башланы.

Унда 600ләп делегат ҡатнаша. Улар араһында Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Татарстан һәм Удмурт Республикаларынан делегациялар бар. Съезда күтәрелгән төп мәсьәләләрҙең береһе яңы дәүләт стандарттарына бәйле.

Башҡортостан уҡытыусыларының 10-сы съезында ҡатнашыусылар бөгөн секцияларға бүленеп эшләне. Бөтәһе 10 тематик секция ойошторолған. Уларҙа ҡаралған темалар араһында Башҡортостан халыҡтары телдәренә, милли компонентҡа ҡағылышлылары ла бар.
XS
SM
MD
LG