Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда йәмәғәт контроле шураһы төҙөлдө


Президент Рөстәм Хәмитов коррупцияға ҡаршы көрәштә йәмәғәтселеккә таяна. Төбәк башлығы фарманы менән йәмәғәт контроле шураһы төҙөлдө. Уның составына йәмәғәт ойошмалары һәм фирҡәләр вәкилдәре инә. Ойошма – үҙаллы, дәүләт власы органдарына бойһонмай. Йәмәғәт контроле буйынса шура чиновниктар тарафынан мутлашыу осраҡтарын асыҡлау менән шөғөлләнәсәк. Сәйәсмән, философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин фекеренсә, коррупцияға ҡаршы йәмәғәт советы составында чиновниктар булырға тейеш түгел, ә шура ағзалары итеп намыҫлы кешеләрҙе билдәләргә кәрәк.
XS
SM
MD
LG