Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостандың ширҡәттәрен һатыуҙан килгән аҡса – халыҡҡа


Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексы ширҡәттәрен һатыуҙан килгән аҡса – халыҡҡа. Республикала ошонан алынған табышты дивиденттарға бүлеү буйынса Шура ойошторола.

Башнефть, Нефть эшкәртеү заводтары, Башкирнефтепродуктты һатыуҙан алынған аҡса әле республиканың 4 мәрхәмәтлек фондында һаҡлана. Оҙаҡламай уларҙың барыһын бергә Урал мәрхәмәтлек фондына туплаясаҡтар. Аҡсаларҙы урынлаштырыуҙан йылына 4 миллиард ярым һум табыш килә. Уларҙың 2 миллиард ярымы спортты үҫтереүгә, 1 миллиард ярым һумы социаль инфраструктураға тотоноласаҡ.

Урал фондына килгәндә, фонд советында 7 кеше буласаҡ. Уларҙың 4-һе президент, 2-һе төбәктәге сәнәғәт ширҡәттәренән. Фонд советы рәйесе Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов буласаҡ.
XS
SM
MD
LG