Accessibility links

Кайнар хәбәр

Бишҡурай мәктәбенә Муса Гәрәев исеме бирелде


Илеш районы Бишҡурай мәктәбенә ике тапҡыр Советтар союзы геройы Муса Гәрәев исеме бирелде. Башҡортостан хөкүмәтенең ошо турала күрһәтмәһе бар.

Муса Гәрәев Илеш районы Ишкилде ауылында тыуа. Хәрби осоусы Бөйөк ватан һуғышы йылдарында 250 осош яһай. Тәүге алтын миҙалға 1945 йылдың 23 февралендә, икенсеһенә ошо уҡ йылдың апрелендә лайыҡ була. 1987 йылда Өфөлә вафат була, Еңеү паркында ерләнгән.
XS
SM
MD
LG