Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы Европа буйлап сәфәргә сыға. Коллектив оҙайлы турнеға юлланды. Яңы йылды уҙғарып, 2012 йылдың 2 ғинуарында ғына Өфөгә әйләнеп ҡайта.
Башҡорт артистары Германия, Финляндия, Италия, Чехияла йәмғеһе 50 концерт бирәсәк. Европа тамашасыһына “Йоҡоға талған һылыу”, “Щелкунчик”, “Аҡҡош күле”, “Ромео менән Джульетта” балеттары тәҡдим ителә.