Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә Редик Ефремов концерты уҙҙы



Ошо исем аҫтында Өфөнөң "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ сыуаш егете Редик Ефремовтың концерты уҙҙы. Талантлы йәш йырсы тамашасы күңелен халыҡсан йырҙары менән арбаны.

Редик Ефремов бәләкәйҙән сәхнәлә. Төрлө концерттарҙа сығыш яһай, конкурстарҙа ҡатнаша. Талантлы егет сығышы менән Стәрлебаш районынан, әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм ижад итә. "Ағыла моң" программаһы тәүҙә Мәскәү тамашасыһына тәҡдим ителә.

Концерт Рәсәйҙең баш ҡалаһында ла ҙур аншлаг менән үтә. Күңелдәрҙе яҡты моңға сорнаған тамашала башлыса лирик эстрада йырҙары яңғыраны. Сәхнә йондоҙҙары Фәдис Ғәниев, Вәсилә Фәттәховаларҙың, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашевтың, "Ҡурайсы" төркөмөнөң сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.

Редиктың концерты юғары кимәлдә үтте. Өфө тамашасыһы күңелгә үтеп инерлек мәғәнәле йырҙарҙан, тәрән моңдан ҡәнәғәт ҡалды. Йыр һөйөүселәр, сәнғәтте лайыҡлы баһалай белеүселәр талантлы егеткә уңыштар һәм йондоҙло юл теләне.
XS
SM
MD
LG