Accessibility links

Кайнар хәбәр

Төбәк авиацияһын үҫтереү программаһы ауырлыҡ кисерә


Башҡортостанда былтыр башланған төбәк авиацияһын үҫтереү программаһы көрсөккә килеп туҡтаны. Тәү этапта Нефтекама һәм Сибай аэропорттары тергеҙелергә тейеш ине. Улар Өфө халыҡ-ара аэропортының филиалдары иҫәпләнә. Сиратта Белореттағыһы булырға тейеш булды. Әммә хәҙер бар урында ла эштәр туҡтап ҡалған.

Шул уҡ ваҡытта Нефтекамала осҡостарҙы ҡабул итеү эштәренә 100 миллион, Сибай аэропортына ла шунса аҡса түгелгән. Осоу- күтәрелеү юлдары яһалған, кәрәкле техника һатып алынған. Ике аэропортҡа ла эштәрҙе тамамлау өсөн 20-шәр миллион кәрәк.

Әммә бер ай ярым эштәр бармай. Филиалдар Өфө халыҡ-ара аэропортының хәҙерге етәкселеген ғәйепләй эштәр туҡтауҙа. Мәғлүм булыуынса, 5 марттан унда яңы етәксе. Салауат Ҡотошовто уның урынбаҫары Рәмил Тимерғәзин алмаштырҙы.
XS
SM
MD
LG