Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорттар 450 йыллыҡты байрам итергә Парижға китте


Башҡортостан делегацияһы Парижға юлланды. ЮНЕСКо-ның Париждағы штаб-фатирында был көндәрҙә Башҡортсстан көндәре үтә.
Уны уҙғарыу тураһында күптән ҡарар ителгәйне. Францияға барып башҡорттар урыҫ дәүләтселеге менән 450 йыл дуҫ йәшәүҙәрен күрһәтә. Сара тап ошо юбилейға арнап ойошторолған. Француздарҙы республика менән таныштырғанда күп һанлы күргәҙмәләр эшләй, башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосының исем туйы үтәсәк. Тик бына инглиз теленә тәржемә ителгән әҫәрҙең тиражы йөҙ дана ғына әҙерләнгән. Шулай уҡ милли ерлек, телде һаҡлауға арнап башҡорт ғалимдары докладтар ҙа уҡыясаҡ.
XS
SM
MD
LG