Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 05:06

Гран-при-Башҡортостанда


Башҡортостан халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры Әхмәт Жубанов исемендәге халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙарының беренсе халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Гран-при яуланы. Бәйге Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында үтте.

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин әйтеүенсә, республика артистарына Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың 16 халыҡ оркестры коллективы менән көс һынашырға тура килгән. Әйтергә кәрәк, Ҡаҙағстанда милли мәҙәниәткә, халыҡ музыка ҡоралдарына ҙур иғтибар менән ҡарайҙар. Оркестрыбыҙ миҫалында республика тәжрибәһе юғары баһаланды.

Халыҡ-ара конкурста яуланған Гран-при Башҡортостан халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының беренсе юғары наградаһы түгел. Уҙған йылда ул Магнитогорскиҙа "Европа-Азия" милли музыка ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәренең халыҡ-ара фестиваль-конкурсында иң яҡшыларҙан тип танылды.

XS
SM
MD
LG