Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 09:59

Башҡортостанда уҡытыусылар тәбрикләнде


“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы, башҡорт, рус һәм татар телдәре буйынса йыл уҡытыусыһы” исеме өсөн быйыл 200 гә яҡын педагог көрәшкәйне. Абруйлы комиссия ағзалары ун биш бәйгесенең оҫталығын юғары баһалап, уларҙы еңеүсе һәм лауреат тип иғлан итте. Президент Мортаза Рәхимов билдәләүенсә, уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар балалар менән эшләүҙе ғүмерлек бурыс тип иҫәпләй. Былтыр Президент указы менән Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы исеме булдырылғайны. Әлегә дәүләт наградаһы ике кешегә бирелде. Баш ҡаланың 42 се мәктәбендә эшләгән Лиза Әғәҙуллина был юғары бүләктең беренсе лауреаты.
Быйыл тәүге тапҡыр татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы конкурсы уҙғарылды. Саҡмағоштағы Имәнлекүл урта мәктәбенән Рита Ғимранова биш финалистың береһе. Милли телдә белем биргән уҡытыусы әйтеүенсә, һәр бала әсә телен белергә, үҙ халыҡының тарихы менән таныш булырға тейеш.
Президент Указы менән Салауат районы Лағыр мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Венера Ситдиҡова ла илле мең һум күләмендәге премия менән бүләкләнде. Венера Мәхәсим ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы бәйгеһендә еңеүсе.
Республиканың мәғариф министры Зиннәт Аллаяров белдереүенсә, уҡытыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында уҙғарылған Йыл уҡытыусыһы конкурстары үҙҙәрен тулыһынса аҡлай. Бәйгеләр бер яҡтан уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрә, икенсе яҡтан педагогтарға матди ярҙам сығанағы ла булып тора.

XS
SM
MD
LG