Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 12:45

Өфөлә "Газ. Нефть. Технологиялар" тигән күргәҙмә эш башланы


Унда ҡатнашыусыларҙы Республика президенты сәләмләне. Яғыулыҡ-энергетика комплексы-сәнәғәттең төп тармаҡтарының береһе-Рәсәйҙә иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең йылдам үҫешендә мөһим урынды алып тора. Республика президенты сираттағы “Газ.Нефть.Технологиялар” форумының Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел тип баһалай. Европалағы иң ҙур яғыулыҡ-энергетика, химия һәм нефть химияһы комплекстары беҙҙең республикала урынлашҡан. Бына күп йылдар дауамында Башҡортостан нефть сығарыу, нефть сеймалын эшкәртеү, нефть продукттары етештереү буйынса илдә алдынғы урындарҙа килә. Республика президенты “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе нефть һәм газ сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерер, ә белгестәргә тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әйләнер, тигән ышаныс белдергән.

XS
SM
MD
LG