Accessibility links

Кайнар хәбәр

Бәләбәйҙә сутенерша ҡатын 5 йыл ярымға хөкөм ителгән


Бәләбәй ҡалаһында бәлиғ булмаған ҡыҙҙарҙы тәндәре менән сауҙа итергә ылыҡтырған ҡатын ҡулға алынған. Сутенер йәш ҡыҙҙарҙы ҡурҡытып притонда эшләткән. Иң аяныслыһы шунда - сутенерға 19, тәндәре менән сауҙа итеүселәрҙең береһенә 13 йәш кенә.
Сутенер ҡатын 3 һылыуын фатирға керетеп бикләй һәм уларҙы үҙенең ҡолдары, тип белдерә һәм 3 ҡыҙға тәндәре менән сауҙа итеп аҡса эшләргә ҡуша, тыңламағандарын туҡмарға вәғәҙәләй. Телефондарын тартып ала. Ҡыҙҙар ул тиклем яҡшынан булмаған ғаиәләләрҙә йәшәйҙәр.
Мәхкәмә ҡарары менән ул 5 йыл ярымға хөкөм ителгән, тик шартлы рәүештә.
XS
SM
MD
LG