Accessibility links

Кайнар хәбәр

Йөк машиналары тығындар тыуҙырҙы


Башҡортостанға ысын ҡыш килеп тағы ла иретә башланы.

Әммә тәбиғәт көйһөҙлөгө Белореттың Елмерҙәк тауҙарына ҡағылмай. Бында инде иретмәй-боҙлауыҡ. Шул сәбәпле ауыр йөк машиналары тауҙарға күтәрелә алмай, тығындар тыуҙырған. Республика юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Белорет районы һәм ҡалаһы буйынса идаралығы етәксеһе Иршат Фәйзуллин әйтеүенсә, юл таҙартыу техникаһының етешмәүе эште тотҡарлай.

Республиканың юл хәрәкәте инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, етди аварияларҙың күбеһе ноябрь – ғинуар айҙарына тура килә. Быйылғы ҡышҡа әҙерлек осоронда республика буйынса хәүефле участкаларҙа 530 километрлыҡ юл ремонтланған. Белорет тауҙарындағы юлдар – республика буйынса иң хәүефле урындарҙың береһе, шуға күрә был көндәрҙә юл инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл торошон күҙәтеүҙе етди контролгә алған.
XS
SM
MD
LG