Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 05:53

Ҡарттар һәләк була


Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы янғында өлкән йәштәгеләрҙең һәләк булыуы йышайыу сәбәпле борсолоу белдерә.

Уҙған аҙна аҙағында Краснокама районында сыҡҡан янғында 80 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлә. Киске сәғәттәрҙә сыҡҡан янғын пенсионер йәшәгән ағас йортто тиҙ арала ялмап ала, хужабикә янғын һүндереүселәр килгәнсе үк һәләк була.

Благовар районының Яңы Константиновка ауылында ирле-ҡатынлы пенсионерҙар йортонда янғын, киреһенсә иртән башлана. Янғын һүндереүселәр күҙаллауынса, ике кеше ғүмерен ҡыйған фажиғә электр сымы арҡаһында сыға. Йыл башына алып республикала 4151 янғын осрағы теркәлгән, утта 289 кешенең ғүмер өҙөлгән, 285 кеше йәрәхәтләнгән.

XS
SM
MD
LG