Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 13:18

Эшһеҙлек осоронда төбәктә эшсе ҡулдар етешмәй


Башҡортостан биләмәләрендә эшләү хоҡуғы булған сит ил ватандаштарына квоталар билдәләнде.

Республика 36 меңдән ашыу мигрантты ҡабул итергә әҙер. Төбәктә эшселәргә булған ҡытлыҡты иҫәпкә алып, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ошондай ҡарарға үҙ ризалығын бирҙе.

Башҡортостан ширҡәттәре һәм ойошмаларына тәү сиратта төҙөлөш өлкәһе белгестәре кәрәк. Был тармаҡта 13 мең 700 самаһы сит ил ватандашы ваҡытлыса эшкә урынлаша аласаҡ. Республикаға ауыл хужалығы кооперативтарына ла хеҙмәткәрҙәр етмәй. Төбәктә 200 ҙән ашыу архитекторға вакансиялар бар.

XS
SM
MD
LG