Accessibility links

Кайнар хәбәр

Һауа торошонда үҙгәрештәр көтөлмәй


Декабрҙең тәүге яртыһында ла йылы көндәр һаҡлана. Термометрҙар көндөҙ уртаса 0 градус, төндә уртаса 7 градус һалҡын күрһәтәсәк, тип фаразлай синоптиктар.

Ә ҡышҡы һалҡындар айҙың һуңғы ун көнлөгөндә генә көтөлә. Яңы йылды республика халҡы ҡар менән ҡаршылаясаҡ – алдағы көндәрҙә яуым-төшөм норманан аҙыраҡ булһа ла, бөтөнләй үк кәм түгел. Бындай һауа торошо һуңғы тапҡыр 1995-се йылда күҙәтелгән – республика биләмәләрен яңы йылға 10 көн ҡалғас ҡына ҡар ҡаплаған.

Әммә ул ваҡытта ла ҡала, райондарҙа яңы йыл майҙансыҡтары төҙөлгән. Әле Өфөлә Ленин майҙанында ғына яҙы йылға әҙерлек башланды – ҡаланың үҙәк урамын быйыл да яһалма шыршы биҙәйәсәк.
XS
SM
MD
LG