Accessibility links

Кайнар хәбәр

Шыршы баҙарҙары эш башлай


Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡып алыусыларға енәйәт кодексына ярашлы яуап тоторға тура киләсәк.

Республикала “Шыршы” операцияһы үтә. Байрам уңайынан ҡанунһыҙ шыршы һатып аҡса эшләп ҡалырға теләүселәр аҙ түгел. Үткән йыл ошондай операция барышында 100-гә яҡын протокол төҙөлгән.

Ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡҡандарға төрлө күләмдә аҡсалата штраф һалына. Республикала 31 урман хужалығы иҫәпләнә. Уларҙың барыһында ла хәҙер дәүләт урман испекторҙары һәм эске эштәр органдары менән берлектә көн әйләнәһенә дежур ойошторолған.
XS
SM
MD
LG