Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 09:13

Профсоюздар премьерға теләктәшлек белдерә


Хөкүмәт рәйесе финанс көрсөк шарттарында профсоюздарҙың кәйефе менән танышты.

Донья баҙарындағы финанс ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яҡшы социаль-иҡтисади күрһәткестәр һаҡлана, тип билдәләне ул.

Был тәү сиратта Башҡортостанда 30 миллиард һум күләмендәге төбәк-резерв фонды менән бәйле. Республика барлыҡ социаль йөкләмәләрен теүәл үтәй. Ҡайһы бер йүнәлештәрҙә иһә дәүләт ярҙамы тағы ла артырға тейеш.

Был торлаҡ менән тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тармаҡтарына ҡағыла. Хөкүмәт премьер-министры республика етәкселегенең тиҫтә йылдан ашыу тормошҡа ашырған эҙмә-эҙлекле сәйәсәте көрсөккә ҡаршы һөҙөмтәле саралар күрергә мөмкинлек бирҙе, тип билдәләй.

Сарбаев әфәнде әйтеүенсә, Башҡортостан иҡтисады айырым тармаҡҡа ғына ҡоролмаған. Шуға ла ширҡәттәр эшмәкәрлегенә донья баҙарындағы финанс көрсөк ҙур йоғонто яһамаған. Башҡортостан бар социаль йөкләмәләрен тулыһынса үтәйәсәк, тине хөкүмәт рәйесе.

Финанс көрсөккә ҡарамаҫтан, республикала ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларҙың йәйге ялына 6 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәр енәйәтселеге кәмеүе күҙәтелһә лә, мәсьәлә киҫкен ҡала. Милли сәйәсәт министры Илдус Илешев әйтеүенсә, шулай ҙа тынысланырға иртәрәк. Ҡайһы бер райондарҙа мәсьәлә ҡатмарлаша бара. Бәлиғ булмағандар араһындағы енәйәттәр уртаса республика күрһәткесенән ике тапҡырға күберәк.

Дыуан һәм Күмертау белгестәренең ошо йәһәттәге эшмәкәрлеген комиссия ағзалары ҡәнәғәтләнерлек тип тапманы. Йәй балаларҙы һауыҡтырыу учреждениеларының береһе лә ябылырға тейеш түгел. Киреһенсә, курорт һәм шифаханаларҙа халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә балалар өсөн күберәк урын бүлеү кәрәк. Быйыл һауыҡтырыу учреждениеларында ял итеүселәр аҙыраҡ көтөлә.

Республика лагерҙары бөтәһе 370-380 мең баланы ҡабул итергә әҙерләнә. Белгестәр аҙ сығымдар талап иткән ял төрҙәренә иғтибар бүлергә саҡыра. Йәйге каникулда 27 меңдән ашыу үҫмер эш менән тәьмин ителәсәк. Республикала 46 муниципаль лагерь эшләй. Быйыл уларҙың һәр береһе мәғариф министрлығы менән килешеп эшмәкәрлек программаһын төҙөргә тейеш.

XS
SM
MD
LG