Accessibility links

Кайнар хәбәр

Туймазыдағы енәйәтсел төркөм эше мәхкәмәлә


Башҡортостан буйынса прокуратура ҡарамағындағы тәфтиш идаралығы Туймазы ҡалаһындағы енәйәтсел төркөм эшен мәхкәмәгә тапшырған.

Төркөмдә 20 йәштән 31 йәшкә тиклем 14 кеше була. Уларҙың 5-һе быға тиклем дә хөкөм үткән. Банда егермеләп енәйәттә ғәйепләнә. Тикшереүселәр шунсаһын асыҡлаған, банда менән элекке милиционер Азамат Әһлиуллин атлы кеше етәкселек итә.

Улар 10 йылдан ашыу ҡырын эштәр менән шөғөлләнә. Төркөм ойошҡанда арсеналда бысаҡ менән обрез булһа, хәҙер уларҙа гранатаға тиклем барыһы ла булған. Енәйәт эше 42 томға саҡ һыйған.
XS
SM
MD
LG