Accessibility links

Кайнар хәбәр

Иң сибәр төҙөүсе ҡыҙ асыҡлана


Тармаҡты үҫтереү өсөн һәр кем үҙ фантазияһын егә. Төҙөүселәр ҙә уйлап табыуҙар буйынса башҡаларҙан ҡалышмауҙарын раҫланы.

Республикала Башҡортостандың төҙөлөш сибәркәйе конкурсы иғлан ителде. Унда тармаҡта эшләгән иң һылыу ҡыҙ билдәләнәсәк. Конкурсы ойоштороусылар ошо алым төҙөлөштә эшләгән матур ҡыҙҙарға артабан профессиональ үҫеш мөмкинлеге бирә, төҙөлөш тармағының бәҫен күтәрә тип белдерә.

Төҙөлөш-төҙөлөш инде, барыбер торлаҡ барыһына ла етмәй. Конкурсты ойоштороусылар рус классигының әҫәрҙәрен бик яҡшынан белеүҙәрен күрһәтә - Донъяны матурлыҡ ҡотҡара.
XS
SM
MD
LG