Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 18:53

Йүрүҙән өҫтөндә ҡыңғырау сыңы


Ошондай лирик исем аҫтында Милли китапхананың Үҫмерҙәр филиалында Михаил Чванов ижады буйынса күргәҙмә асылды.

Китаптар күргәҙмәһе билдәле яҙыусының 65 йәшлек юбилейына ҡарата ойошторолған. Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Михаил Чвановтың күпселек әҫәрҙәре-әҙәби китаптары һәм матбуғат биттәрендә донъя күргән мәҡәләләре менән танышырға мөмкин. Ул Салауат районында йәмле Йүрүҙән буйҙарында тыуып үҫкән. Яҙыусы әҫәрҙәрендә күберәк тыуған яҡ гүзәллеге, тәбиғәте үҙенсәлектәре тураһында һөйләй.

Авторҙы рухи яҡтан көслө, ныҡышмалы һәм тәүәккәл шәхестәр ҡыҙыҡһындыра. Күп китаптары илебеҙҙең төрлө тарафтарына сәйәхәт итеүсе ҡыйыу йөрәкле кешеләр тураһында. Билдәле яҙыусы Сергей Аксаковтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ла оло хеҙмәт башҡарған. Бар ғүмерен тиерлек уның ижадын һәм тормошон өйрәнеүгә арнаған. Михаил Чванов оҙаҡ йылдар инде Сергей Аксаковтың йорт-музейы директор вазифаһын башҡара, ул Сергей Аксаков исемендәге преминың тәүге лауреаттарының береһе.

«Юбиляр һаман ижад менән янып йәшәй, уның мәҡәләләре республика газеталарында әленән-әле баҫылып тора. Уҡыу йылы башланғас, мәктәп уҡыусыларына Михаил Чванов менән осрашыу ойошторорға ниәтләйбеҙ», ти китапханасы Әлфризә Ғәҙелбаева.

XS
SM
MD
LG