Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 11:39

Башҡортостан хужалыҡтары быйыл ҡоролоҡ арҡаһында күргән зыян ете миллиард һигеҙ йөҙ миллион һумға баһалана.

Ошо турала премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Шамил Вәхитов белдерә. Ауыл хужалығы министры һүҙҙәренә ҡарағанда, алты йөҙ мең гектарҙа ашлыҡ юҡҡа сыҡҡан. Сығымдарҙы ҡаплау өсөн кооперативтар, фермерлыҡ йәмғиәттәре махсус субсидияларға документтар туплап Мәскәүгә ебәргән.

Шамил Вәхитов билдәләүенсә, быйыл республикала яҡынса ике миллион тонна иген йыйып алынасаҡ. Был республиканы иген, он ризыҡтары менән тулыһынса тәьмин итергә етәсәк.

Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары әйтеүенсә, Башҡортостанда икмәккә хаҡтар артыуы көтөлмәй. Хөкүмәт тарафынан ҡала-райондарҙа иген һәм ондоң биш айлыҡ оператив страховкалау фонды тупланған.

XS
SM
MD
LG