Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 23:29

Дефицитлы ҡаҙна проекты тәүге уҡыу үтте


Башҡортостанда 2010 йылда йыйыласаҡ һалымдарҙың 65% федераль ҡаҙнаға оҙатыласаҡ, республика бюджетына 35%проценты ҡалырға тейеш.

Был турала финанстар министры Айрат Ғәскәров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында белдерҙе. Депутаттар республиканың төп финанс документ проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте.

Айрат Ғәскәров әйтеүенсә, урындағы бюджеттар 42 миллиард буласаҡ. Республика ҡаҙнаһынан уларға 26 миллиард һум ярҙам ҡаралған. Был сумма субсидия, субвенция, дотация, башҡа бюджет-ара трансферҙар сифатында биреләсәк.

Ҡаҙна дефициты 10 миллиард һум тип билдәләнә. Иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко Башҡортостандың 2012 йылға тиклемге социаль- иҡтисади үҫеш күҙаллауҙарын писсимистик һүрәтләне. Иҡтисад һүлпәнәйә, халыҡтың килеме кәмей тине ул.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында республика хөкүмәте тураһындағы ҡанун проекты ла ҡаралды. Документты парламентҡа президент Мортаза Рәхимов тәҡдим иткәйне. Уның асылы хөкүмәттең отчетына ҡайтып ҡала. Йәғни кабинет Дәүләт Йыйылышы алдында йыл һайын отчет менән сығыш яһарға бурыслы. Был парламенттың хөкүмәт алдындағы вәкәләттәрен билдәләй.

XS
SM
MD
LG