Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 01:34

Бөтәдонья башкорттарының 10-11 июндә Өфөлә үтәсәк 3сө королтайы сиктәрендә беренсе тапкыр башкорт йәштәре королтайы ла узасак. Быйылгы королтайза йәш делегаттар бөтә вәкилдәрзең өстән бер өлөшөн тәшкил итә.

Әле Өфөлә королтайга һуңгы әзерлектәр бара. Бөтәдонья башкорт королтайының йәштәр канаты вәкилдәре лә кәңәшмә үткәреп был оло йыйында тикшереләсәк мәсьәләләр хакында тагы ла бер кат фекер алышты. Әлеге ултырыштан һуң Башкорт йәштәре королтайы идараһы рәистәше Рәмил Рәхмәтов “Азатлык” радиоһына кайбер фекерзәре менән уртаклашты.

“Быйылгы 3сө королтайзың үзенсәлектәре байтак, - ти Рәмил әфәнде. – Шуларзың береһе – был йыйынга йәштәрзең вәкилдәре күп һайланыу. Киләсәк йәштәр кулында тигән әйтемде истә тотоп, эшләнде был”.

Рәмил әфәнде, йәш делегаттар был королтайга ниндәй нигеззә һайланды?

Төрлө категорияләр буйынса һайланды инде. Әүзем йәштәрзе һайларга тырыштык. Милләттең тормошон якшыртыу юлдарын күрһәткән проектттар эшләгән йәштәрзе лә һайланык. Шунан төрлө башкорт милли ойошмаларында әүзем эшләгән йәштәргә лә өстөнлөк бирелде.

Йәш делегаттар кайзарзан килә?

Бик күп төбәктәрзән. Башкортостан район-калаларынан да, Рәсәй, төбәктәренән, шулай ук сит илдәрзән. Англиянан, Алманиянан, Американан, Балтыйк буйы илдәренән. Делегаттарзы унда йәшәүселәр үззәре иң лайыклылар араһынан һайланы.

Йәштәр был оло йыйында ниндәй проблемаларга игтибар йүнәлтергә теләй? Һәр королтайзың үз бурыстары була. Хәзер илдә һәм Башкортостанда ла вәзгыять нык үзгәрзе...

Эйе проблемалар күп. Уларзың иң мөһиме илдә федерализмды үстереү кәрәклеге. Сөнки ул булмаһа төбәктәргә еңел булмаясак. Ләкин без бына бөгөн федерализм юк, иреклек юк тип илап-зарланып ултырырга тейеш түгелбез. Федерализм гына үзмаксат булырга тейеш түгел. Ул бер инструмент-корал гына.

Шуга күрә башка коралдарзы ла кулланыу кәрәк. Халыкара ойошмаларга ла мөрәжәгәт итеп була. Тагы ла проблемаларга килгәндә, был королтайза йәштәр мәгариф, ерзән файзаланыу, иктисад, мәзәният мәсьәләләрен дә күтәрәсәк. Шул ук мәгарифтә төбәк компоненты тирәһендәге мәсьәлә кузгатыласак.

Рәмил әфәнде, королтай ул фекер алышыу урыны гына. Унда акыллы һүззәр дә әйтелер. Ә королтай үткәс ундагы һөйләшеүзәр коро һүз генә булып калмас өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Королтайза кабул ителгән карарзар кагызза гына калмау өсөн эште ойоштороу кәрәк. Проблемалар тураһында һүз буткаһы куйыртыузан гына мәгәнә юк. Шуга күрә без йәштәргә әйтәбез – проблемаларзы һөйләп кенә калмагыз, ә уларзы сисеү юлдарын да күрһәтегез тип. Без был королтайза йәштәр айырым үзебеззең карар-резолюцияларзы ла тәкдим итеп кабул кыласакбыз. Өлкәндәр теге йәки был проблеманы шымартыбрак күрһәтергә теләһә, без кыйыуырак карарзарзы йәмәгәтселеккә еткерербез.


Башкорт йәштәре королтайы идараһы рәистәше Рәмил Рәхмәтов фекеренсә, бөгөнгө көндә Рәсәйзә катмарлы сәйәси үзгәрештәр бара. Уларзың бәгзеләре милли республикаларзың хокуктарын кысыуга юнәлдерелгән. “Бөтәдонья башкортттарының 3сө королтайында эшлекле һөйләшеү булыр һәм унда башкорт йәштәре вәкилдәре лә өлгөрөп еткән проблемаларга үззәренең кыйыу фекерзәрен яңгыратыр, үз тәкъдимдәрен әйтер”, ти Рамил Рәхмәтов.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG