Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда "Берҙәмлек" фестивале үтә


Милли мәҙәниәттәрҙең "Берҙәмлек" халыҡ-ара фестивале быйыл Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарында һәм Сибай ҡалаһында үтә. Ул кисә Белорет районында һабантуй менән башланды, артабан Әбйәлилдә һабантуй үтә.

Милли мәҙәниәттәрҙе пропагандалаусы "Берҙәмлек" Башҡортостанда ғына түгел, ил кимәлендә сағыу сараларҙың береһенә әйләнде. Быйыл унда Рәсәй биләмәләренән тыш Индонезия, Хорватия, Һиндостан, Төркиә, Нигерия, Мадагаскарҙан ҡунаҡтар, йәмғеһе 150-нән ашыу ҡатнаша. "Берҙәмлек" Башҡортостанда 1991 йылдан алып уҙғарыла.
XS
SM
MD
LG