Accessibility links

якшәмбе, 11 декабрь 2016, Казан вакыты 01:32

Башҡортостанда быйыл да хәрби-ватансылыҡ йәйләүҙәре уҙа


Таптыҡ ауылы янындағы йәйләү, май 2011

Таптыҡ ауылы янындағы йәйләү, май 2011

Башҡорт Йәштәр Иттифағының йыл һайын хәрби-ватансылыҡ йәйләүҙәрен ойоштороуы ғәҙәти хәл. Быйыл да улар бындай саралар үткәрә. Бының тураһында беҙгә Башҡорт Йәштәр Иттифағының рәйесе вазифаларын башҡарыусы Флорид Багаев һөйләп китте.


Флорид Багаев әйтеүенсә, быйыл хәрби-ватансылыҡ йәйләүе май айында Өфөгә яҡын Таптыҡ ауылы янында уҙғарылған. Был йәйләүҙә ҡатнашҡан ағзаларҙың һаны һуңғы алты йыл менән сағыштырғанда иң күбе булған. Унда иллеләп яңы ҡабул ителгән ағзалар менән барыһы бергә йетмешләп кеше йыйылған.

Флорид Багаев
Бындай сараларҙы Башҡорт Йәштәр Иттифағы ойоштороуға ҡарамаҫтан, бөтә милләт йәштәре лә ҡатнаша, тик әлбиттә күпселеге башҡорт йәштәре булған. Йәштәр өс көн буйы хәрби әҙерлелек үткән, пейнтбол уйыны уйнап ярышҡан һәм кистәрен усаҡ алдында гитара уйнап йырҙар башҡарған. Был сарала ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә ҡатнашҡан. Егеттәр көнө буйы ярышһа, ҡыҙҙар күбеһенсә ашарға бешереп ойоштороусыларға ярҙам иткән. Был йәйләүҙе йыл һайын йәштәр көтөп ала, күбеһе унда йыл һайын ҡатнаша.

Был төрлө саралар, беренсенән, йәштәр өсөн сәләмәт тормош пропагадһы, икенсенән, ҙур тормош тәжрибәһе, һәм бер береһе менән аралашыу, яңы дуҫтар табыу мөмкинлектәрен аса. Флорид Багаев әйтеүенсә, балаларҙың күбеһе шул тиклем йәйләү тормошона өйрәнә һәм ярата, хатта һуңынан өйҙәренә ҡайтҡылары ла килмәй тора.

Таптыҡ ауылы янындағы йәйләү, май 2011
Үткән саралар араһында пейнтбол уйыны һәм көтөлөп алынған яңы ағзаларға йәшел берет биреп, иттифаҡҡа ҡабул итеү тантанаһы уҙған. Мадди яҡтан был йәйләүҙәрҙе ойошторорға иҡтифаҡтың ветерандары, йәиһә инде элекке ағзалары ярҙам күрһәтә. Уларҙың күбеһе әлеге ваҡытта юғары урындарҙа ултыра һәм уларҙың мөмкинлнетәре ҙур, тип һөйләй Багаев.

Шулай уҡ быйыл оҙаҡламай июль айында Башҡорт Йәшәтәр Иттифағы тағы ла бер йәйләү үткәтә. Быныһы инде һәр йыл уҙғарыла торған традицион сара. Ул Баймаҡ районында “Башҡорт” милли йәйләү урынында үткәреләсәк. Был ҙур сарала йөҙгә яҡын бала ун көн буйы йәйләүҙә йәшәйәсәк. Был сара махсус рәүештә йәтим,атаһы йә инәһе булмаған, йә насар тәъмин ителгән ғаиләләр балалары өсөн ойоштороласаҡ. Уларға поварҙар ашарға бешереп, улар өсөн төрлө уйындар һәм ярыштар үткәреләсәк.

Бындай сараларҙы Башҡорт Йәштәр Иттифағы 90-сы йылдарҙан бирле ойоштороп килә һәм ул төрлө ҡаршы фекерҙәр уята торғайны. Ҡайһы бер татар һәм урыҫ ойошмалары уларҙы һуғышсылар әҙерләүҙә, Чечня менән бәйләнештә ғәйепләй ине. Әммә Флорид Багаев әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта йәйләүҙәрҙең йүнәлеше - башҡорт йәштәрендә ватансылыҡ хистәре тәрбиәләү, шул уҡ ваҡытта үҙ-үҙҙәрен яҡлау һәм сәләмәт томошто пропагандалау.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG