Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 11:17

Бөтә донъяға билдәле булған сәйәхәтсе Марко Полоның Ҡытайға барып еткәненә тарихсылар шикләнеп ҡарай.

Марко Поло үҙенең «Миллион» тигән китабында атаһы Николо һәм бабаһы Матей менән бергә Хубилай хандың йәйләү урынына (Ҡытай ул ваҡытта Монгол империяһы аҫтында булған) 1275-се йылда барып еткән тип яҙған. Хан Марконы ныҡ итеп яратҡан һәм 17 йыл буйына үҙендә тотоп, уға төрлө түрә вазифаларын биргән имеш. Мәҫәлән үҙенең легендар хәтирәләрендә Йанг-Чоу өлкәһенең башлығы булып өс йыл эшләгән тип яҙған.

Әммә тарихсыларҙың ҡайһы береһе был авторҙың иҗади хыялы ғына, бәлки бөтөнләй Ҡытайға бырып етмәгәндер тип уйлайҙар. Ғалимдар сәйәхәтсе хәтирәләрен Ҡара диңгеҙ буйында осратҡан ғәрәп һәм фарсы һатыусыларынан Ҡытай, Япон һәм Монгол империялары тураһында һорашып яҙған тип уйлайҙар.

Уның яҙғандарында күбеһе туры килмәүе, ҡайһы бер һис шикһеҙ әйберҙәрҙе белмәүе тарихсыларҙың ышанысын ҡаҡшата. Мәҫәлән ул бер ҡайҙа ла Бөйөк Ҡытай Диуары, калиграфия, ҡағыҙ аҡса, сәй эсеү йә таяҡ менән ашау кеүек асыҡ әйберҙәр тураһында бер нимә лә яҙмағаны белгестәрҙе ғәжәпләндерә.

Шулай уҡ Хубилай хандың флотын тасуирлаған ваҡытта ул монгол йә ҡытай һүҙҙәре урынына фарсы һүҙҙәрен ҡуллана ти италян белгесе Даниелла Петрелла. Унан да бигерәк, бик диҡҡәтле ҡытай сығанаҡтарында Полоның улар араһында 17 йыл буйы йәшәүе тураһында бер нимә лә яҙылмағаны шикле уйҙар тыуҙыра.

1995-се йылда британ академигы Франсис Вуд «Марко Поло Ҡытайға тиклем барып еткәнме?» тигән китабында Ҡара диңгеҙҙән йырағыраҡ китә алмағанына төрлө ғилми дәлилдәр килтергән. «Венеция архивҙарында бер ҙә Поло ғаиләһенең Ҡытайға барғаны тураһында яҙылмаған. Уларҙың бер ниндәй ҙә Ҡытайҙан алып ҡайтҡан әйберҙәре лә һаҡланып ҡалмаған», ти Франсис Вуд. «Ҙур китаптың 18 һөйләме генә Полоның үҙ исеменән яҙылған, һәм ул «үҙ күҙем менән күрҙем» тип яҙған», тип белдерә академик. «Дөрөҫөн әйткәндә, Марко Полоның китабы , урта быуатта Йыраҡ Көнсығышҡа сәйәхәт итеүселәрҙең хәтирәләренең күбеһе кеүек күреп түгел, ишетеп яҙылғандыр, тип уйлайым», ти Вуд.

фикерләрне күрсәт

XS
SM
MD
LG