Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан Федератив килешеүҙе иҫкә ала


Салауат Юлаев һәйкәле. Өфө ҡалаһы.
Салауат Юлаев һәйкәле. Өфө ҡалаһы.

Бөгөн Башҡортостан менән Рәсәй араһында Федератив килешеү һәм уға ҡушымтаға ҡул ҡуйыу көнө. Документҡа 1992 йылдың 31 мартында Мәскәүҙә ҡул ҡуйыла.


Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан республикаһы дәүләт властәре араһында идара итеү даирәһен һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы килешеү һәм уға ҡушымта документ республиканың артабанғы сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур роль уйнаны, тип билдәләй аналитиктар.

Тап ошо документ һөҙөмтәһендә Республика илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар мәлен артыҡ ҡатмарлыҡтарһыҙ үтә ала. Тик 19 йыл элекке ваҡиғалар бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда тоноҡланып ҡалғандай.

Федератив килешеүҙең киләсәге ошолай булырын ул ваҡытта тоҫмарлағандармы икән, ғөмүмән, уның кәрәге булғанмы. Билдәле политолог Фәнил Фәйзуллин үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша.

Фәнил Фәйзуллин әйтеүенсә, федератив килешеү ул осор өсөн ысынлап та мөһим документ була, суверенитет, иҡтисади үҙаллылыҡ бирә. Тик һуңғы йылдарҙа власть вертикален нығытыу сәйәсәте менән бергә ул юҡҡа сыға бара.
XS
SM
MD
LG