Accessibility links

Тауыш биреп ташламалы хаҡҡа ризыҡ алыу акцияһы был юлы ла уҙғарыла


Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлау өсөн бюллетендар баҫтырылып бөткән. Ил буйынса 109 миллионға яҡын баҫылһа, республикала тауыш биреү хоҡуғына 2 миллиондан ашыуыраҡ кеше эйә. Башҡортостанда бюллетендар 3 телдә- башҡортса, татарса һәр урыҫ телендә баҫылды. Был эш менән Өфөләге Китап нәшриәте шөғөлләнде. Тауыш биреү ҡағыҙҙары хәҙер төбәк һайлау участкаларына оҙатыла. Бынан артабан бюллетендар урындарға ебәрелә. Анан һуң һәр береһенә махсус һаҡлау маркаһы йәбештереләсәк.
Республикала һайлауға бюллетен баҫып һәм участкалар асып ҡына әҙерләнмәйҙәр- республика эшҡыуарҙары Һайлауҙа ҡатнаш һәм бүләк ал тигән саҡырыуын мартта ла уҙғара. Мәғлүм булыуынса, тәүге тапҡыр улар ошондай эште декабрҙә Дума һайлауында ҡулланғайны. Уның асылы шул- 2-се март һайлау участкаларына килеүселәргә рәхмәт тип аталған ҡағыҙ биреләсәк. Ошо талондар менән магазиндарҙа ташлама менән файҙалланып буласаҡ. Ташламалар хоҡуғы биргән ҡағыҙ менән һайлау көндө генә файҙаланып буласаҡ. Йәғни, һайлау участкаһында бирелгән талон менән башҡа көндәрҙә файҙаланып булмай, ул ғәмәлдән сыға.
Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, был һайлауҙар хаҡындағы ҡануниәтте боҙоу, халыҡтың тауышын һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ассоциация был өлкәләге белгестәр менән кәңәшләшкән. Йәғни һайлауға бар һәм бүләк ал акцияһы барлыҡ талаптарға тура килә.
Ә бына халыҡтың был акцияға ҡарашы нисек һуң. Күптәр 5 процент ташлама менән “халыҡты алдайҙар, ташламалар ҙурыраҡ булһын ине”, тип иҫәпләй. Декабрь һайлауҙары мәлендә шундай хәлдәр ҙә булды. Һайлау комиссияһы ағзаларының ҙур кинәнес менән тапшырған купондарын һайлаусылар ошонда уҡ торған сүп биҙрәһенә лә ташлап киткеләне. Саҡырыуға ышанып кино ҡарарға барыусылар икешәр сәғәт сират тороп та билет ала алмай таралышты.
XS
SM
MD
LG