Accessibility links

Кайнар хәбәр

Шәйехзада Бабич бүләге яңы лауреаттарға


Был премия 1995-се йылдан алып әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң яҡшы эштәр өсөн йәштәргә бирелә.

Быйылғы бүләккә 9 ҡатнашыусы дәғүәләшкәйне. Араларынан шағирә Лариса Абдуллина, кейеҙҙән коллекциялар яһаусы Ғәлиә Мөхәмәтйәрова һәм Өфө-Арена комплексын проектлаусы архитекторҙар төркөмө Дмитрий Мавродиев, Тәнзилә Дулатова-Сафина, Андрей Мануилов, Руслан Йәнбәков премиялар алды. Уның хаҡы 50 мең һум.
Йырсы Сәғиҙулла Байегет премияға йыл һайын документтарын тапшыра, был юлы ла ул бүләкһеҙ ҡалды. Ҡурайсы Азат Биксурин да премия ала алманы.
XS
SM
MD
LG