Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мосолмандар өсөн изге айҙарҙың береһе - Рәжәб башланды


Тик йәштәр был көндө түгел, 8-се августа никахҡа керергә теләй.

Бөгөн ҡояш байыу менән мосолман календары буйынса Рәғәиб кисәһе булла, яңы Рәжәб айы башлана. Был көн Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ата- әсәһенең Никах көнө булараҡ билдәләнә.

Рәжәб, йәки рәғәиб ғәрәп теленән тәржемә иткәндә хыял, теләк төшөнсәләрен аңлата. Ул Шабан һәм Рамаҙан кеүек үк изге ай һанала. Мосолмандарға Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт ҡотлау менән мөрәжәғәт итте.

Тик Башҡортостанда Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ата-әсәһенең Никах көнөндә түгел, ә өс 8 һанында никахлашщырға теләүселәр күп. 2008-се йылдың 8-се айының 8-се көнөнә ғариза биреүселәр Никах теркәү йорттары алдында кистән сират алып тора. Йәш кейәүҙәрҙең үҙ-ара һуғышыу осраҡтары ла байтаҡ булған. Йәш парҙар 888 ырыҫлы буласаҡ тип юрай шуға тап 8-се августа сәстәрен-сәскә бәйләргә теләй
XS
SM
MD
LG