Accessibility links

Кайнар хәбәр

Радий Хәбиров мәхкәмәлә еңеп сыҡты


Өфөнөң Совет районы мәхкәмәһе Башҡортостан президенты хакимиәтенең элекке башлығының “Уфимские ведомости” гәзитенә ҡарата мәхкәмә дәғүәһен ҡәнәғәтләндереп ҡарар сығарған.

Был турала Хәбировтың адвокаты Юрий Наумовтың белдереүенә таянып “Регнум” агентлығы хәбәр итә.

2008 йылда “Уфимские ведомости” гәзитендә Кемдең башында шәпкә яна тип аталған ғауғалы мәҡәлә баҫылғайны. Унда Радий Хәбировты һалым декларацияһын тултырғандағы мутлыҡтарҙа ғәйепләгәйнеләр. Бынан тыш ошо уҡ мәҡәләлә йәнәһе Хәбиров республикала “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең һайлау штабын етәкләгәндә депуталыҡҡа кандидаттар өсөн хаҡ билдәләгән тигән фекер ҙә әйтелә.

Мәҫәлән, Дәүләт Думаһына үтеү өсөн 30 миллион, республика парламентындағы урын 6 миллион һумдан билдәләнгән тип яҙған “Уфимские ведомости”. Ул барлыҡ мутлыҡтарҙа президенттың экс-хакимиәт етәксеһенән шикләнгән. Радий Хәбиров ошонан һуң гәзитте уның абруйын төшөрөүҙә ғәйепләп мәхкәмәгә бирҙе.

Мәхкәмә ғәйепләүсенең дәғүәләрен дөрөҫ тип табып “Уфимские ведомсти”ға Радий Хәбировҡа мораль зыян өсөн 30 мең һум түләргә тигән ҡарар сығарҙы. Был аҡса Өфөләге 9-сы балалар йортона хәйриә ярҙамы итеп биреләсәк. Дәғүәсенең теләге ошондай.
XS
SM
MD
LG