Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфө йәштәр үҙәгенә әйләнде


Башҡортостандың баш ҡалаһында йәштәр форумы эш башланы.

Форумды асыу тантанаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында уҙҙы, ошонда уҡ «Йәш инновациялар салоны» тигән махсус күргәҙмә асылды, эш урындары буйынса үҙәк эш башланы. Йәштәр йыйыны өс көн бара, был осорҙа ҡаланың төрлө майҙандарында ғилми конференциялар, осрашыуҙар, мәҙәни саралар үтә.

Уны рәсми асыуҙа республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡатнашты. Уның әйтеүенсә, болғанышлы 90-сы йылдарҙа фәнгә иғтибар ҡырҡа кәмей. Һуңғы йылдарҙа ғына ғилми тикшеренеүҙәргә ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. һөҙөмтәлә йәштәр араһында фән юлынан китеүселәр ҙә арта бара.
XS
SM
MD
LG