Accessibility links

Физик культура яратыусылар байрам итә


Аҙна аҙағында Рәсәйҙә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Байрам айҡанлы ошо көндәрҙә төрлө спорт саралары ойошторола.

Ошоға арналған тантаналы ултырыш Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында үтте.

Унда билдәле спортсылар, Олимпия һәм Параолимпия уйындары еңеүселәре, спорт ветерандары, физик культура өлкәһе хеҙмәткәрҙәре саҡырылды. Башҡортостан ғорурлығы булған Максим Чудов һәм Салауат Юлаев хоккейсылары маҡтаныуға һәм маҡталыуға ҡоролған был йыйындан ситтә ҡалды.
XS
SM
MD
LG